Республикала "Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре" программаһы илдә иң яҡшыһы тип танылды

Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев белдереүенсә, республикала өс йыл эсендә 120 мәҙәниәт хеҙмәткәре торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Бының өсөн 75 миллион һум тотонолған. 2023 йылдан субсидия күләме ике тапҡырға артып 1 миллион һумға еткән. - 99 мәҙәниәт объекты төҙөлдө һәм төҙөкләндерелде. Улар араһында Ҡурсаҡ театры, Сибай филармонияһы, Темәс тирә-яҡты өйрәнеү музейы, Октябрьскийҙағы музыка колледжы бар. Биш йыл ярым ваҡыт эсендә 75 спектакль әҙерләнде,  39 транспорт алынды, - тине Урал Килсенбаев.