Радий Хәбиров һайлауҙа күрһәтелгән ышаныс өсөн рәхмәт белдерҙе

Бөгөн Радий  Хәбировтың инауграцияһы булды. Уның әйтеүенсә,  һайлау һөҙөмтәләре  төрлө  кимәлдәрҙә етәкселектең  эшенә  юғары баһа булып тора.  - Рәсәй президенты  Владимир Путинға  рәхмәт.  Иң мөһиме - ул  һәр ваҡыт беҙҙең республикала  мөһим башланғыстарҙы  ғәмәлгә  ашырыуҙа  әүҙем ярҙам  итте, тине  Радий  Хәбиров.