Махсус хәрби операция яугирҙарын реабилитациялауға иғтибар арттырыла

Ветерандарҙы эшкә урынлаштырыу, һәләк булған һалдаттарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү бурысы ҡуйыла. Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров шулай тип белдерҙе. Ул был турала Республика Башлығы вазифаһын үтәй башлауға арналған тантана барышында һөйләне. “Башҡортостан махсус хәрби операцияға етди ярҙам күрһәтә. Исемле батальондарыбыҙ алғы һыҙыҡта ҡыйыу алыша. Республика 130 гуманитар конвой оҙатты. Медицина белгестәре яугирҙәрҙең ғүмерен ҡотҡара, илдең яңы биләмәләрендә халыҡты дауалай. Яугирҙарҙың киләсәген хәстәрләү мөһим бурыс булып ҡала”, - тине республика етәксеһе Радий Хәбиров.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

 “Ирҙе ир иткән дә, ҙур иткән дә, иң ныҡ танытҡан да ир һүҙе. "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкының Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһы Радий Хәбировты Республика Башлығы вазифаһын үтәй башлауы уңайынан ҡотлай. Әсән позывнойлы яугир бөтә хәрбиҙәрҙең изге теләктәрен еткерә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Республикала яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә 40 төр ярҙам сараһы ҡаралған. Радий Хәбиров уларҙың дауам ителәсәге хаҡында белдерҙе.  Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби бәрелештәр ветераны Әлфит Ниғмәтйәнов һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Инаугурациянан һуң Башҡортостан дәүләт флагы һәм Республика Конституцияһының ике дәүләт телендәге махсус тексы Радий Хәбировҡа тапшырылды. Улар республика етәксеһенең эш бүлмәһенә ҡуйыла.