- Беҙҙең төп бурыс - ил президенты билдәләгән милли маҡсаттарға ирешеү. Иң мөһиме - кешеләр. Беҙ республикала 4 миллиондан ашыу граждандың һәр береһенең именлеге һәм сәләмәтлеге өсөн яуаплы. 5 йылда ғүмер оҙонлоғо 73 йәшкә етте. Был күрһәткесте 78-гә еткереү маҡсат ҡуйыла. Кешеләрҙең әүҙем тормош алып барыу мөмкинлеге булырға тейеш, - тине Радий Хәбиров.