Башҡортостан спортсыһы Анастасия Белякова трамплиндан саңғыла һикереү буйынса Рәсәй беренселегендә бронза миҙал яуланы. Түбәнге Новгородта уҙған ярыштарҙа 17 йәшкә тиклемге егеттәр һәм ҡыҙҙар ҡатнашты. Әлеге ваҡытта спортсы Өфөлә башҡа тәрбиәләнеүселәр менән яңы миҙгелгә әҙерләнә. Был хаҡта киләһе яҙмала.
33-сө спорт мәктәбендә трамплиндан саңғыла һикереү һәм икеалыш буйынса миҙгелгә әҙерлек тулы көсөнә алып барыла. Бында ете йәштән өлкәндәр шөғөлләнә. Һәр төркөм ҡыш яҡшы формала уңышлы сығыш яһау өсөн стартҡа хәҙерҙән үк көс туплай. Анастасия Беляковаға ныҡышмалылығы һәм оҙайлы күнекмәләр арҡаһында Рәсәй беренселегендә уңыш йылмайҙы.Ул республикаға бронза миҙал менән ҡайтты. Был миҙгелдә спортсы күпселек ваҡытын милли команда составында күнекмәләрҙә уҙғарҙы,ә былтыр трамплиндан саңғыла һикереү буйынса илдең йәйге кубогы дөйөм зачетында ла еңеүгә лайыҡ булғайны.
Спорт мәктәбенең башҡа тәрбиәләнеүселәре лә Анастасия Беляковаға тиңләшеп, юғары уңышҡа ирешергә ынтыла. Йылыла күнекмәләр урамда үткәрелә. Егеттәр һәм юниорҙар берҙән-бер К-40 трамплинынан һикерә. Ә ҡышҡыһын спортсылар 90 метрлыҡ трамплинда шөғөлләнә.
Тиҙҙән Башҡортостан спортсылары Чайковскийға юллана. Унда улар Сочиҙа уҙасаҡ ил чемпионатына әҙерләнеүен дауам итәсәк.
Гүзәл Борханова