Радий Хәбиров икенсе мөҙәттә Башҡортостан башлығы вазифаһын үтәй башланы

Тантаналы ултырыш бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай йортонда үтте. Инаугурацияла Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, Дәүләт Думаһы, Башҡортостан парламенты депутаттары, министрлыҡ-ведомство етәкселәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, махсус хәрби операция яугирҙары һәм башҡа почетлы ҡунаҡтар ҡатнашты. Сарала республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов Радий Хәбировҡа Башҡортостан Башлығы таныҡлығын тапшырҙы. Тантананан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Иңгә оло яуаплылыҡ һалған тулҡынландырғыс мәл. Тоғролоҡ анты. Башҡортса 37, русса 30 һүҙҙән торған ант үҙ эсенә Башҡортостанға, республиканың күп милләтле халҡына хеҙмәт итергә, уларҙы яҡларға, һаҡларға тигән төп бурыстарҙы ала. Радий Хәбиров Башҡортостан халҡына оло ышанысы өсөн рәхмәт белдерҙе.

Башҡортостан башлығын һайлауҙа Радий Хәбиров 80,21 процент тауыш йыйып еңеү яуланы. Эксперттар фекеренсә, Радий Фәрит улына республика менән ҡатмарлы осорҙа идара итергә тура килә. Коронавирус пандемияһы, махсус хәрби операция, санкциялар. Әммә Башҡортостан иҡтисади, социаль тотороҡлоҡто һаҡлап ҡына ҡалмай, күп тармаҡтарҙа үҫешкә өлгәшә. Был Радий Фәрит улы етәкселегендәге команданың төптән уйлап алып барылған сәйәсәте һөҙөмтәһе, тине Игорь Комаров.

Башҡортостан инвестиция климаты буйынса милли рейтингта ла лидер өс төбәк исемленә инә. Халыҡтың тормош сифаты тәү сиратта иҡтисади тотороҡлоҡҡа бәйле, шуға күрә артабан да үҫеш күрһәткестәрен һаҡлап ҡалыу мөһим, тине Радий Хәбиров.

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан оло төҙөлөш майҙанына әйләнде. Көнсығыш сығыу юлы, хоспис, ковид госпиталдәр, Онкология диспансерының хирургия корпусы, Балалар онкологияһы һәм гематология үҙәге, Халыҡ-ара студенттар кампусы, Көрәш һарайы һәм башҡалар. Алдағы йылдарҙа ла торлаҡ һәм социаль объекттар төҙөлөшө буйынса мөһим бурыстар тора.

Юлдар төҙөү, төҙөкләндереү ҙә иғтибар үҙәгендә. ошо маҡсатта республикала проблемалы юлдар фонды ойошторолған, әле уның бюджеты 4 миллиард 500 миллион һум. 2030 йылға тиклем сумманы йыл һайын 1 миллиард һумға арттыра барыу ҡаралған.

Яҡын киләсәктә үк Башҡортостан «Рәсәй-спорт державаһы» халыҡ-ара форумын ҡабул итә, Өфөлә фехтование, ишкәкле слалом үҙәктәрен асыу планлаштырыла. Республика етәкселеге күләмле проекттарҙы тормошҡа ашырыуын дауам итә, тине Рәсәй президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров.

Башҡортостан конституцияһының 93-сө статьяһына ярашлы, Республика Хөкүмәте вәкәләттәрен туҡтатты. Әммә ул яңы Хөкүмәт тупланғанға тиклем үҙ бурыстарын башҡарасаҡ. Радий Хәбиров белдереүенсә, артыҡ үҙгәрештәр көтөлмәй.

Радий Хәбиров икенсе мөҙҙәткә Башҡортостан башлығы вазифаһын үтәй башланы. Әммә йылдар үтһә лә, бурыстар айырылмай. Республика етәксеһенең иңендә һәр заманда ла халҡының мәнфәғәттәрен яҡлау, һаҡлау ята.

Радий Хәбиров инаугурацияла киләһе биш йыллыҡҡа эш пландарын да билдәләп үтте. Үҫеш стратегияһының үҙәгендә - кеше мәнфәғәте. Халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыу, сәләмәтлеген нығытыу, именлеген һаҡлау. Йәғни оҙаҡ, лайыҡлы, өйҙә тигән 3 д девизы киләһе йылдарҙа ла актуаль булып ҡала. Һәм әлбиттә беҙҙең заман геройҙары - илебеҙ именлеге һағында торған яугирҙар һәм уларҙың ғаилә ағзалары ярҙам саралары иғтибар үҙәгендә ҡала.

Рәмзиә Кәримова