Махсус хәрби операцияға ярҙам - республика өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тантаналы ултырышта сығыш яһап, хәрбиҙәрҙең киләсәген хәстәрләй башлау мөһимлеген билдәләне. Әүҙем тормош позицияһы булған ветерандар дәүләт һәм муниципаль власть органдарына эшкә йәлеп ителәсәк. Хеҙмәт урындарына килгәндә, һуңғы биш йылда республикала бер-бер артлы яңы производстволар асылды, сәнәғәт үҫеше күҙәтелә. Төбәктең күп тармаҡлы үҫеше һәм киләсәккә йүнәлтелгән яңы курс менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.

Иҡтисадты нығытыу, ижтимағи-сәйәси тотороҡлоҡ - ил һәм республика алдында торған төп бурыс - махсус хәрби операцияға ярҙам күрһәтеүгә хеҙмәт итергә тейеш. Радий Хәбиров Ватан һағына баҫып, ҡаһарманлыҡ күрһәткән яҡташтарыбыҙға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Уларҙың бер өлөшө Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа уҙғарылған тантаналы сараға саҡырылғайны. «Барығыҙҙы ла өйҙә, еңеү менән көтәбеҙ» -тине төбәк етәксеһе. Ветерандарға медицина реабилитацияһынан тыш, уҡытыу, хеҙмәт урындары менән тәьмин итеү буйынса эште лә камиллаштырыу ҡаралған.

Ябай булмаған осорҙа Башҡортостанда сәнәғәт тармағы, эске төбәк продукты, бюджетты тулыландырыу үҫеше тәьмин ителде. Заманса эш урындары менән яңы производстволар асылды, сәнәғәт кластерҙары, индустриаль һәм технопарктар, «Алға» иҡтисади биләмәһе булдырылды. Халыҡ-ара йүнәлештә эш көсәйтелде.

Башҡортостанда сәнәғәт үҫешенә айырыуса иғтибар бүленә, алдағы биш йыллыҡта ла ул тағы ла һөҙөмтәлерәк үҫеш алыр тип ышанам. Республика әлеге курсты уңышлы дауам итеп, Рәсәйҙең технологик лидерлығы буйынса яңы милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашасаҡ.

Александр Шельдяев, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары - сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры

Республика ғилми-технологик үҫеш буйынса үҙенең программаһын тормошҡа ашыра башлай. Фотоника һәм микроэлектроника, пилотһыҙ авиация системалары, химия, генетика, медицина, Айти-технологиялар кеүек өҫтөнлөклө йүнәлештәр буйынса яңы алдынғы производство технологиялары эшләү ҡаралған. Белгестәр билдәләүенсә, йәштәр өсөн яңы лабораториялар ойошторолоуы, гранттар бүленеүе фәнни асыштарға этәргес.

Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтенә алдағы биш йылға мөһим бурыстарҙы билдәләгәндә мәғариф системаһы инфраструктураһын нығытыу эше дауам итәсәк тине. «Биш йыл эсендә мәктәптәрҙе яңыртыу программаһын тамамлап, киләһе йыл ил президенты ҡушыуы буйынса старт аласаҡ яңы программа - балалар баҡсаларына капиталь ремонтта ҡатнашырға тейешбеҙ.» Телһөйәр быуын тәрбиәләү маҡсаты ла ҡуйылған.

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә килгәндә, алдағы биш йылда беренсел звеноны модернизациялау программаһын тамамлау бурысы ҡуйылды. Барлыҡ поликлиникаларҙа ла тәртип булдырыласаҡ. 2030 йылға иҫке һәм авария хәлендә булған бер фельдшер-акушерлыҡ пункты ла ҡалмаҫҡа тейеш.

Өфө дәүләт циркы реконструкцияһын тамамлау, Башҡортостан фән һәм мәҙәниәт йорто төҙөлөшөн башлау - мәҙәниәт министрлығы алдында ла ҙур бурыстар ҡуйыла.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров йәмәғәт хәрәкәттәре һәм ойошмаларының гражданлыҡ йәмғиәте нигеҙе булып сығыш яһауын билдәләп, халыҡты борсоған һорауҙарҙы хәл итеүҙәре өсөн рәхмәтен белдерҙе.

Тантаналы ултырышта ҡатнашыусылар Радий Хәбировтың сығышын тулҡынланып тыңлауын билдәләне, күпселек тауыш менән һайланған етәксегә ҙур өмөттәр бағлана. «Республика киләсәге - беҙҙең ҡулда. Алға, Башҡортостаным!» тип өндәшеүе лә оло мәғәнәгә эйә.

Радий Хәбиров алдағы биш йыллыҡта көсөргәнешле эш көтөлөүен билдәләне. Заман ҡуйған һынауҙар көстө арттырасаҡ ҡына. Сәнәғәт, фән, мәғариф, мәҙәниәт һәм спорт буйынса алдынғы үҙәктәрҙең береһе булараҡ Башҡортостан позицияларын нығытыу бурысы ҡуйылған.

Гөлназ Хәйбуллина