Иртәгә БСТ телеканалының «Сәләм» тапшырыуы тура эфирында «Рәхмәт-2024» акцияһының суперприздары уйнатыла. Унда сайтта теркәлгән барлыҡ QR-билеттар ҡатнаша. «Ҙур Рәхмәт» приздары араһында өс фатир, автомобиль, дүрт квадроцикл, Сочиға юллама, Башҡортостандың ял базаһына ғаилә туры бар.
Был акцияның йомғаҡлау уйыны. Тура эфир иртәнге сәғәт 8-ҙә.