«Мәғариф» милли проекты сиктәрендә ойошторолған кванториумда балалар 6 йүнәлештә белем үҙләштерә. Бында роботехника, хайтек, 3Д принтер, пилотһыҙ осоу ҡоролмалары, һанлы станоктар йыйыу ҡаралған. Белем усағынан алыҫ китмәй балалар заманса һөнәрҙәрҙе өйрәнеп, киләсәк һөнәрҙәр менән яҡындан таныша ала. Дәрестәрҙә уҡыусылар роботтарҙы, ябай уйындарҙы һәм анимацияларҙы программаларға, виртуаль ысынбарлыҡ донъяһында проекттар төҙөргә өйрәнә. Был аҙнала Өфө эргәһендәге Нуғай ауылындағы 147-се мәктәптә лә кванториум технопаркы асылды.