Йәнә алғы һыҙыҡҡа. Бөгөн Башҡортостан яугирҙары ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Уларҙы оҙатыу тантанаһы ғәҙәттәгесә, «Өфө-Арена» алдындағы майҙанда үтте. Сараға яугирҙарҙың ҡатындары һәм балалары, ата-әсәләре, дуҫ-иштәре килде. Йола буйынса майҙанда Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары, патриотик йырҙар яңғыраны. Яугирҙар алдында власть органдары, хәрби комиссариат вәкилдәре сығыш яһаны. Дини конфессия вәкилдәре изге теләктәрен еткерҙе.