Сибай ҡалаһының Бала табыу йортонда капиталь ремонт дауам итә

Әсә һәм бала һаулығы. Сибай ҡалаһының Бала табыу йортонда капиталь ремонт дауам итә. Тиҙҙән әсә булырға әҙерләнеүсе ҡатын-ҡыҙҙар яңыртылған бүлектең бөтә уңайлыҡтарын баһалай аласаҡ. Капиталь ремонт «Сәләмәтлек» милли проектының «Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу» төбәк программаһы сиктәрендә уҙғарыла. Сибай район-ара перинаталь үҙәгенең икенсе ҡатында капиталь ремонттан һуң ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы, патология һәм яңы тыуған сабыйҙар реанимацияһы бүлеге урынлашасаҡ. Биналар үҙгәртеп ҡорола, стеналар, иҙәндәр һәм түшәм алмаштырыла. Иркен палаталар заманса ҡорамалдар һәм мебель менән йыһазландырыласаҡ.

Киләһе йыл дүртенсе ҡатта реконструкция эштәре планлаштырыла , унда йөклө ҡатындар патологияһы бүлеге урынлашҡан. Тағы бер йылдан бишенсе ҡаттағы бала табыу блогы, операция бүлмәләре тулыһынса үҙгәртеп ҡороласаҡ

Фирүзә Аҡбулатова, Сибай үҙәк ҡала дауаханаһы баш табибы урынбаҫары