Быйыл Башҡортостандан сит илдәргә 350 мең тонна иген һатылған

Был уҙған йылдың ошо осоронан 12 процентҡа  күберәк. Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтен мәғлүмәттәре буйынса, тауар 19 дәүләткә экспортланған. Афғанстан, Бельгия,  Германия, Дания, Иран, Ҡытай, Төркиә һәм башҡа илдәр менән хеҙмәттәшлек  урынлаштырылған.  Оҙатылған игендең ҙур өлөшө  бойҙай, арпа һәм етенгә  тура килә.