Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, Талалаевка менән Стәрлетамаҡ ҡалаһы боролошона тиклем 4 километр участкала яңы технология ҡулланыла - юл япмаһы яңыртылыуҙан тыш, уның нигеҙе нығытыла, артабан асфальт һалынып, билдәләр һыҙыла. Төҙөкләндереү эштәре “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты буйынса алып барыла.