Башҡортостанда шәкәр сөгөлдөрөнән мул уңыш алына

Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә,  гектар кеүәте 434 центнер - уҙған йыл менән сағыштырғанда бер ярым тапҡырға күберәк.  Әлегә дөйөм 8 мең гектар майҙанда 354 мең тонна татлы тамыр ҡаҙып алынған, был планға ҡарата 14 процент. Быйыл республикала  57 меңдән ашыу гектарҙа шәкәр сөгөлдөрө  сәселде. Сеймал Раевка һәм Шишмә шәкәр заводтарына оҙатыла.