Уҙған йыл ташҡын осоронда яҡын-тирәләге ауылдар һыу баҫыуҙан зыян күрҙе. Байым, Исҡаҡ, Сиҙәм һәм Туйыш ауылдарында йылға яры ашалып, йорт-ҡаралтыларға яҡынлаша. Ошоға бәйле, йылғаларҙың ағымын үҙгәртеү эштәре буйынса республика адреслы инвестиция программаһына ярашлы, проект-документация әҙерләнә. Төҙөлөш-монтаж эштәре 40 миллионға яҡын һумға баһалана, тип белдерәләр Тәбиғәттән һаҡлау һәм экология министрлығынан.