Электр селтәрҙәрен үҫтереүгә 8 миллиард 800 миллион һум инвестиция тотонола

2024 йылда шундай сумма һалынған, тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙә. Һуңғы биш йылда электр системаларына 32 миллиард һумдан ашыу инвестиция  йүнәлтелгән. - Яңыртыу һөҙөмтәһендә объекттар күпкә ышаныслы эшләй,  яғыулыҡ  өсөн сығымдар кәмей, ти Радий Хәбиров.