Башҡортостанда яңыртылған КА-32 вертолеты һынау үтә

Уға яңы двигателдәр ҡуйылды, радиоэлектроника приборҙары  модернизация үтте, тип хәбәр итәләр Күмертау авиация предприятиеһынан. Вертолетта төнөн дә осорға  мөмкин. Был аппаратты  янғын һүндереүҙә  ҡулланырға  була. Вертолет  4 тоннаға тиклем һыу күтәрә ала.