Төбәктә электр селтәре инфраструктураһын үҫтереүгә 8,8 млрд һум бүленгән

Быйыл Башҡортостанда электр селтәре инфраструктураһын үҫтереүгә бүленгән инвестициялар күләме 8 миллиард 800 миллион һум тәшкил иткән. Был мәғлүмәт менән социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров уртаҡлашты.

Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, иҡтисад, сәнәғәт һәм торлаҡ төҙөлөшө үҫеше тик сифатлы һәм ышаныслы электр тәьминәте булғанда ғына мөмкин. 2019 йылдан алып 2023 йылға тиклем тармаҡҡа бүленгән инвестициялар күләме 32 миллиард һумдан ашҡан. Әйтәйек, «Башкирэнерго» компанияһы Өфө районында 110 кВт булған «Осоргин» подстанцияһын сафҡа индергән, Благовещен районында ла йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденттары ихтыяждарын тәьмин итеү өсөн ошондай уҡ электр ҡулайлама төҙөлгән. Әле «Инорс» подстанцияһы төҙөлөшө тамамланыу алдында, ул Өфөнөң Калинин районында күп фатирлы йорттар һәм мәғариф үҙәге өсөн тәғәйенләнгән. Иглин районында ла ҡулланыусылар мәнфәғәтендә төҙөлөш эштәре ойошторолған. Шулай уҡ «Нуғай» һәм «Ҡырмыҫҡалы» подстанциялары реконструкция этабында булыуы билдәле.