Әле аэропорт яғынан иҫәпләгәндә 1-се терәүҙән 8-сеһенә тиклем металл конструкциялар тулыһынса йыйылған. Иҫке ҡоролмалар, шул иҫәптән арка һүтеп алынды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 1956 йылғы күпер авария хәлендә тип танылғайны, белгестәр төҙөлөш эштәренең билдәләнгән ваҡытҡа ярашлы ойошторолоуын билдәләй. Йыл аҙағына тиклем монтаж эштәре башҡарылырға тейеш, артабан асфальт һалырға ғына ҡала. Реконструкция буйынса контракттың дөйөм хаҡы - яҡынса 4 млрд һум.