Өфөлә район-ҡала архитекторҙары өсөн даими уҡыуҙар ойошторолдо

Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министрлығы район-ҡала архитекторҙары өсөн даими уҡыуҙар ойоштора. Сираттағы семинар Шишмә районындағы «Патриот» паркы биләмәһендә уҙғарылды. Ҡатнашыусылар алдында башҡарма власть органдары, төҙөлөш өлкәһе вәкилдәре сығыш яһаны. Проектлау эше менән шөғөлләнгән белгестәрҙең квалификацияһын күтәреүгә йүнәлтелгән сара хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина.

Тораҡ пункттарҙың сиктәрен билдәләгәндә махсус программала координаттарҙы дөрөҫ тултырырға кәрәк. Район-ҡалаларҙа төҙөлөш һәм архитектура өсөн яуаплы белгестәр кадастр иҫәбе буйынса хеҙмәттәр менән яҡшы таныш. Баймаҡ районында ғына туҡһандан ашыу тораҡ пункт иҫәпләнә, Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрында уларҙың сиктәрен билдәләү буйынса һөҙөмтәле эш алып барыла.

Ҡануниәткә индерелгән үҙгәрештәр, төҙөлөш өлкәһен һанлаштырыу, мәғлүмәт системаларын ҡулланып эшләү - семинарҙа ҡатнашыусылар өсөн йөкмәткеле уҡыу программаһы әҙерләнгәйне. Архитекторҙар алдында төрлө ведомство, предприятие вәкилдәре сығыш яһаны.

Уҡыуҙар ойоштороп, алдынғы муниципалитеттар тәжрибәһе менән уртаҡлашыу - төҙөлөштө проектлау хеҙмәте, уға рөхсәт алғанда граждандар менән мөнәсәбәт буйынса берҙәм талаптар булдырырға ярҙам итә, инвестиция климатын яҡшыртыу бурысы ҡуйылған. Район-ҡалаларҙа тораҡ пукнттарҙы үҫтереү буйынса һөҙөмтәле эш алып барылырға тейеш. .

Артём Ковшов, Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы

Семинар бер көнгә иҫәпләнгән ине. Район-ҡала хакимиәттәре белгестәре уҡыуҙан һуң Рәсәй геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркы буйынса экскурсияла булып, уның төҙөлөш тарихы һәм архитектура концепцияһы менән танышты, ошондай күләмле объекттар төҙөлөшө буйынса тәжрибә тупланы.

Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министрлығы муниципаль берәмектәрҙең архитекторҙары өсөн ошондай уҡыуҙарҙы йылына дүрт тапҡыр ойоштора. Семинарҙар белемде камиллаштырыу, яңы технологиялар өйрәнеү менән генә сикләнмәй. Архитектура үҫешкән заманда һөнәргә ҡарата һөйөүҙе арттыра, төҙөлгән объекттарҙың халыҡ өсөн мөһимлеген күрһәтә.

Гөлназ Хәйбуллина