Көстәрҙе алмаштырып. Башҡортостандан Көньяҡ Донецк йүнәлешендә мобилизацияланғандар сираттағы ротацияға сыҡты. Уларҙың ял итеү, йыуыныу, ҡорал таҙартыу өсөн бер нисә көнө бар. Шулай уҡ был ваҡытты улар туғандары менән бәйләнеш өсөн файҙалана. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
Тәү ҡарашҡа егеттәр әле генә хәрби бәйләнеш һыҙығынан ҡайтҡан кеүек тә түгел. Беҙҙең камераны күреү менән шунда уҡ йылмайып, ҡул болғап сәләмләй. Блиндажға инеп, ауыр бронежилеттарын сисеп ташлағаандан һуң, егеттәрҙең тауышынан бик арыған икәнлеген аңлайһың.
Блиндаж Башҡортостандан ебәрелгән төҙөлөш материалдарынан төҙөлгән. Бында барыһы ла ябай, йәшәү өсөн уңайлы, ти егеттәр.
Егеттәр бер-нисә көн ял итәсәк. Әммә улар һәр ваҡыт бойороҡ буйынса алғы һыҙыҡҡа сығырға әҙер тора.
Өс егет араһында иң йәше»Сирень» ҡушаматлы яугир. Ул повестка килгәнен дә көтөп тормай, хәрби комиссариатҡа үҙе барған. Ысын ирҙәрсә ҡарарына ул бик ябай аңлатма бирә.
Юлдан көс туплағандан һуң яугирҙар ашханаға йыйыла. Оборона министрлығынан бүленгән ҡоро паек менән өйҙән ебәрелгән тәм-том яҡшы үтә. Хуш еҫле башҡорт үләндәренән яһалған сәй, яҡташтарҙан бал. Был ваҡытта егеттәр үҙҙәрен өйҙәге кеүек хис итә.
Ауылдаштарыбыҙ беҙҙе онотмай, бал ебәрә. Был Нуриман районынан. Балды беҙ сәй эскәндә ашайбыҙ. Алғы һыҙыҡтан сыҡҡанда үҙебеҙҙе өйҙә кеүек тоябыҙ.
Был робот менән подразделениеның һәр яугиры идара итә белергә тейеш. Ул бер-нисә тапҡыр алғы һыҙыҡтағы егеттәрҙең ғүмерен ҡотҡара. Ҡатмарлы ландшафтты үтеп, хәрби бәрелештәр линияһына хәрби комплект ташый, яралыларҙы алып сыға. Бронежилеттарҙағы йомшаҡ уйынсыҡтар иһә хәрбиҙәрҙең балаларыныҡы. Яугирҙар уларҙың киләсәге яҡты булһын өсөн тырыша.
Минең өсөн был иң йылы һүҙҙәр.
Гүзәл Борханова