Улар башлыса контракт буйынса хеҙмәт итеү тураһында мәғлүмәт таратыусы ирекмәндәр, йәмәғәтселәр. Элек был эш бер нисек тә компенсацияланмаған, август айынан 50 мең һум матди ярҙам түләнә. Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙән, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙән һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренән тыш, 18 йәштән өлкән граждандарға түләү ҡаралған. Рекрут проектында һәр кем ҡатнаша ала.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, илдең Оборона министрлығы менән контрактты 18 йәштән 65 йәшкә тиклемге граждандар төҙөй ала. Һорауҙар буйынса Ситуация үҙәгенең 122-се телефон һаны буйынса шылтыратып йәки Күп функциялы үҙәк офистарында белешергә мөмкин. Хәрбиҙәргә йылына түләнгән аҡса күләме 3 миллион 725 мең һумдан аша.