«Торатау» конгресс-холлында үткән ҡунаҡсыллыҡ конкурсында 15 төбәктән ашнаҡсылар, кондитерҙар, рестораторҙар, технологтар ҡатнаша.
«Гастро мастер» чемпионаты һөнәри оҫталыҡты күтәреү, иң уңышлы эш тәжрибәләре менән уртаҡлашыу, ашнаҡсы, кондитер һөнәрен популярлаштырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Бында конкурстан тыш, Башҡортостан етештереүселәренең продукциялары менән танышыу, фекер алышыу, тематик өҫтәлдәр ойошторола. Һөнәр оҫталарын асыҡлау командалар араһында һәм шәхси беренселектә бара. Ашнаҡсыларҙың һәм кондитерҙарҙың кимәлен илдең төрлө төбәктәренә килгән абруйлы состав баһалай. Еңеүсегә Мәскәүҙә белем алыуға юллама бирелә. Бынан тыш, конкурсанттар кофемашина, ашхана өсөн техника, ҡиммәтле һауыт-һаба менән бүләкләнәсәк. Ғафури районынан килгән Миңзәлә Исхаҡова әйтеүенсә, һәр оҫтаның үҙ сере бар. Ул сәксәк һәм урама бешереү буйынса конкурста ҡатнаша.