Өфө ҡалаһы тарихы музейы ойошторолоуға 5 йыл

Иҫтәлекле дата уңайынан музейҙың тәүге ҡаҙаныштары билдәләнде, гүзәл баш ҡала тарихын һаҡлауға тос өлөш индергән хеҙмәткәрҙәр бүләкләнде. Биш йыл дауамында тарихи экспозицияларҙы тулыландырыу, архив материалдар туплау буйынса ҙур эш башҡарылған. Дүрт залда Өфөнөң ағас ҡәлғә булған ваҡытынан алып, заманса мегаполисҡа әйләнгәненә тиклем әйберҙәр күрһәтелгән. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Биш йыл элек асылған Өфө тарихы музейы тиҙ арала ҡала халҡының һәм ҡунаҡтарҙың һөйөүен яулаған учреждение. Ошо ваҡыт эсендә музейҙа 80 меңдән ашыу ҡунаҡ ҡабул ителгән. Улар өсөн музейҙа дүрт экспозиция залы ойошторолған. Өфө үҫешенә арналған архив документтар, фотоһүрәттәр, көнкүреш әйберҙәре менән урындағы халыҡ, бағыусылар уртаҡлашҡан. Уникаль коллекция ун меңгә яҡын предметты берләштергән.

Экспозициялар заманса мультимедиа ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Бында 16-17 быуаттарҙан алып бөгөнгө заманға тиклем йылъяҙма алып барыла. Баш ҡаланың сәнәғәт, иҡтисад, мәҙәниәт өлкәләрендәге ҡаҙаныштары, архитектура өлгөләре күрһәтелә, Өфөнөң арҙаҡлы шәхестәре тураһында мәғлүмәт һаҡлана. Тәүге юбилей уңайынан музей үҫеше өсөн күп көс һалған белгестәр бүләкләнде.

Баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейында асылған ваҡыт капсулаһы Өфө тарихы музейында һаҡлана. Илли йыл элек һалынған капсула эсендә «Вечерняя Уфа» гәзитенең байрам уңайынан баҫтырылған һаны, Өфөнөң 400 йыллыҡ юбилейына саҡырыу ҡағыҙы, баш ҡалаға бағышланған ғилми-ғәмәли конференция программаһы һәм киләсәк быуындарға теләктәр һаҡланған. Тәүге юбилейын ҡаршы алған музей хеҙмәткәрҙәре изге теләктәргә таянып баш ҡаланың 500 йыллыҡ юбилейына ла иҫтәлекле күргәҙмә әҙерләй башлаған.

Флорида Ким