Нуриман районы «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» асыҡ академияһын ҡабул итте

Урындағы мәҙәниәт һарайында төрлө йәштәге һәм төрлө шөғөлдәре булған гүзәл зат вәкилдәре йыйылды. Көн дауамында улар өсөн бай йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы программа әҙерләнгәйне - лекторийҙар, оҫталыҡ дәрестәре, консультациялар уҙғарылды. «Бәхет биләмәһе» хәйриә фонды попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, проектҡа үҙ эшен яратып башҡарған белгестәр йәлеп ителеүен билдәләне. Тәүмаҡсат - ҡатын-ҡыҙҙарҙы берләштереү. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Асыҡ Академия саралары Башҡортостан башлығы фонды гранттары ярҙамы менән ойошторола.

Асыҡ Академияла уҡытыусылар һәм табиптарҙы уҡытыуға айырыуса иғтибар бүленде, һөнәри оҫталыҡтарын һәм шәхси сифаттарын үҫтереүгә йүнәлтелгән лекциялар уҙғарылды. Әйтәйек, Башҡортостандың мәғариф һәм фән министрлығының штаттан тыш баш педагог-психологы Лилиә Халиҡова «Балаларҙы йәберләүҙе иҫкәртеү» һәм «Үҫмерҙәрҙе яҡшыраҡ аңлап, дөрөҫ мөнәсәбәттәр булдырыу» темаларына лекторийҙар уҙғарҙы. Шулай уҡ эмоциональ яныуҙы булдырмау буйынса кәңәштәр бирелде. Халыҡ һорауы буйынса өҫтәмә аҡса эшләү мөмкинлектәре, финанс грамоталыҡ буйынса лекция ойошторолдо. Сара сиктәрендә «Сәләмәтлек биләмәһе» лә эшләне. Баш ҡала табиптары өлкәндәр һәм балаларға ике йөҙҙән ашыу консультация уҙғарҙы. Гүзәл заттарҙы күсмә стоматология комплексы ла ҡабул итте. Академия майҙансығында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам сараларына арналған брифинг үтте, төрлө министрлыҡ-ведомство вәкилдәре финанс, медицина, социаль һәм юридик ярҙам мәсьәләренә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙе.

«Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе»ндә күптән ҡатнашырға теҫләнем. Башҡа райондарҙа кеүек беҙҙә лә тиҙерәк уҙғарылһын ине тип хыялландым. Гүзәл заттар өсөн бында төрлө майҙансыҡтар эшләй, табиптарға күренеп сәләмәтлекте тикшертергә мөмкин, визажистар матурлыҡ серҙәре менән уртаҡлаша.

Зөлфиә Маликова

Беҙ бында яңы тәьҫораттар, файҙалы мәғлүмәт алырға, ҡыҙыҡлы лекциялар тыңларға, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашырға килдек. Сараны ойоштороусыларға рәхмәтемде еткерәм.

Наталья Костлянова