Нефтекамала Башҡортостан башлығы гранты ярҙамында археологик ҡаҙыныу эше алып барыла

Йәмғеһе был йүнәлешкә 800 мең һумлап аҡса йүнәлтелгән. Лагерҙа уҡыусылар ҙа ҡатнаша. Ғалимдар фәнни эҙләнеүҙәр менән шөғөлләнеп ҡалмай, яңы тарихи белем ярҙамында Нефтекамала туристар өсөн яңы ҡыҙыҡлы урын булдырмаҡсы. Ҡаҙыныу эше барышында тәүге ҡомартҡылар табылған да инде. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғилметдинова яҙмаһында.

Археологтар ерҙе бер нисә сантимерлап ҡына ҡаҙа. Көрәкте тәрәнерәк батырғанда, тупраҡта йәшеренгән ҡомартҡыны боҙоуҙары ихтимал. Боронғо предметтар бында аҙым һайын тиерлек. Ҡаҙыу эше башланыуға 10 минут та үтмәй, йәш археологтар тәүге ҡомартҡыны таба.

Ҡаҙыныу эше элекке Илдән заводы биләмәһендә үткәрелә. Тимер производствоһы бында XVIII быуатта ҡыҙыу алып барыла. Бөгөн биләмәлә заводтың әҫәре лә ҡалмаған. Бөтә етештереү биналары Пугачев ихтилалы ваҡытында яндырылған. Бөгөн завод тураһында ер аҫтындағы шахталар ғына хәтерләтә.

Археологтар өсөн иң ҡиммәтле артефакттар - ул ҡатҡан производство ҡалдыҡтары. Ташҡа әйләнгән ҡатнашмалар завод булыуын тағы ла иҫбатланы.

Илдән заводында тимерҙән хәрби ҡоралдар, пушкалар етештергәндәр. Баржалар ярҙамында улар икенсе төбәктәргә оҙатылған. Завод юҡҡа сыҡҡас, урында халыҡ төпләнә. Улар ағас йорттарҙа йәшәгән, тип күҙаллана. Биләмәлә көнкүреш әйберҙәре лә табыла.

Лагерҙа табылған ҡомартҡылар ҡала музейына тапшырылды. Киләсәктә ғалимдар шахталар эсенә төшөү, металл иретеү боронғо технологияһын тергеҙеү менән шөғөлләнергә ниәтләй. Археологик эштәр ярҙамында ғалимдар Нефтекама тарихын байытып, төбәккә туристар йәлеп итмәксе.

Рәзилә Ғилметдинова