Дүртенсе йыл ойошторолған сара Ҡабаҡ фестиваленә нигеҙләнеп ҡоролған. Район брендына әйләнгән сарала быйыл Ғафури, Дәүләкән, Иглин, Әбйәлил - бөтәһе ете район вәкилдәре ҡатнашты. Ҡабаҡ байрамынан БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева әҙерләгән яҙма.
Ҡабаҡтан нимә генә бешермәгән үтәгәндәр. Күп төрлө ҡамыр аштарынан тыш, ҡаҡ, цукат, мармелад, хатта ҡабаҡ орлоғонан кәнфиттәр. Ҡабаҡтың сәскәһе лә ашарға яраҡлы икән. Конкурс өсөн өҫтәл бөтә ауыл менән әҙерләнгән.
Өҫтәлдәрҙә бөтә ризыҡ та ҡабаҡ менән. Һәр ауыл советынан хужабикәләр тәмле бутҡалар бешергән, ҡайнатмалар ҡайнатҡан, ҡабаҡтан һуттар ҡойған. Ҡамышлы ауылы советы биләмәһенән өс ауыл ҡатын-ҡыҙҙары бергә
Майҙанға йәшелсәнең төрлө сорттары килтерелгән. Ямғырлы йәйҙә ҡабаҡтар ҙур булып үҫкән. Фестиваль тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына йәшелсәнең файҙаһын, шифалы яҡтарын асыу маҡсатын тормошҡа ашырһа, ҡул эше оҫталарын да таныта.
Күргәҙмә конкурсына улар төрлө фигуралар, уйынсыҡтар яһаған.
Ҡабаҡтан өйҙәр, самауыр, уйынсыҡтар- күргәҙмәгә ойошмалар төрлө тематика буйынса әҙерләнгән.
Үтәгәндә дүртенсе тапҡыр ойошторолған байрам ауыл сараһынан республика кимәленә күтәрелде тиергә мөмкин. Уҡсылар мәргәнлектә һынашты. Конкурс шарттары буйынса улар милли кейемдә килгән.
Фестивалдә төрлө милләт вәкилдәре ҡатнашты. Сәхнәлә үҙешмәкәр һәм билдәле артистар сығыш яһаны. Таҡмаҡсылар үҙ-ара ярышты.
Рәмилә Исмәғилева