«Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы»ның 6-сы съезына әҙерлек дауам итә

«Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы» халыҡ-ара йәмәғәт ойошмалары берләшмәһенең 6-сы съезына әҙерлек дауам итә. Сара сиктәрендә Ханты-Манси автономиялы округы - ЮГРА-ның Сорғот, Когалым ҡалаларында рухи берҙәмлек, ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ киләсәгенә арналған саралар шәлкеме ойошторола. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Йәш быуында рухи бөтөнлөктө һаҡлау мәсьәләләре арналған һөйләшеү Сорғот университетында ойошторолдо. Бында республиканың «Аҡбуҙат» журналының Ханты-Манси автономиялы округы балаларына һәм халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәренә арналған махсус һанының исем туйы үтте.

«Рух майҙаны» иһә алдынғы ҡарашлы, креатив идеялары ташып торған йәш-елкенсәкте бергә тупланы. Йәштәр биш командаға бүленеп квест уйынында ла ҡатнашты. Бынан тыш, улар үҙ фекерҙәрен мәҙәниәт, спорт, тел мәсьәләләренә арналған стратегик сессияла белдерә алды. Пленар өлөштә иһә Өфөлә уҙасаҡ 6-сы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына 14 делегат һайланды.

15 сентябрҙә Башҡортостан делегацияһы ҡатнашлығында саралар Когалым ҡалаһында дауам итә. Унда «Мираҫ» этноүҙәге һәм башҡорт телен өйрөтеү буйынса йәкшәмбе мәктәбен асыу көтөлә.

Гүзәл Борханова