Лилиә Ғүмәроваға Рәсәй Федерацияһы сенаторы, Федерация Советында Башҡортостандың башҡарма дәүләт власы органы вәкиле вәкәләттәре бирелде. Был туралағы указға Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Мәсьәлә Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко менән дә тикшерелгән. Ул да Башҡортостан сенаторының эше өсөн рәхмәт белдерә. «Лилиә Ғүмәрова бик мөһим комитет етәксеһе, беҙҙең өсөн терәк булып тора. Тейешле ведомстволар - фән, мәҙәниәт, мәғариф - Лилиә Салауат ҡыҙы менән бәйләнештә булығыҙ һәм бергә эшләүегеҙҙе дауам итегеҙ. Был бик мөһим», - тине Башҡортостан башлығы.