Республикала коронавирус менән сирләүселәрҙең артыуы күҙәтелә

Һуңғы тәүлектә генә 143 осраҡ теркәлгән. Төбәктең һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, ауырыуҙың таралыуы миҙгелгә бәйле, хәл контролдә тотола. Инфекция госпиталдәрендә пациенттарҙы дауалау өсөн 165 койка әҙерләнгән, әле уларҙың 10 проценты буш. 1200-гә яҡын кеше амбулатор шарттарҙа дауалана.

Йәйге каникул-отпуск мәле тамамланып уҡыу һәм эш айҙары башланыуы сирҙең таралыу хәүефен арттыра ғына. Шулай ҙа социаль дистанция тотоу, битлектә йөрөү кеүек ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәгәндә, коронавирустан һаҡланырға була.

Белгестәр билдәләүенсә, тымау, йүтәл һәм юғары температура - коронавирустың яңы штаммының төп билдәләре. Быға тиклем сирҙе үткәргән һәм прививка ҡаҙатҡан кешеләр өсөн дә ул йоғошло. Күптәр омикрондың «флирт» тип исемләнгән төрөн еңел үткәрә. Сирелләр араһында балалар ҙа бар. Өфө районы Зубов ауылындағы ковид-госпиталдә коронавирус асыҡланған алтмыштан ашыу кеше дауалау курсы үтә.