Изге ниәт менән. Ишембай районы Ураҙбай ауылында йәшәүсе ирекмәндәр яугирҙар өсөн гуманитар ярҙам туплаған. Гүзәл заттар тырышлығы менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға быҡтырылған ит, балыҡ, бауырһаҡ һәм башҡа аҙыҡ-түлек оҙатыла. Бынан тыш, ҡатын-ҡыҙҙар алғы һыҙыҡтағы ир-егеттәргә маскировка селтәрҙәре, йылы кейемдәр әҙерләй. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Гөлназ Ғафарова әҙерләгән бауырһаҡтарҙы алғы һыҙыҡтағы яугирҙар яратып ашай. Шуға ла ирекмән был эште туҡтатмай, даими башҡара. Ураҙбай һәм Үрге Этҡол ауылдарында йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға төрлө ризыҡтар оҙата. Быҡтырылған ит, балыҡ консерваһы, оҙаҡ һаҡлана торған әҙер бутҡа, бал, бауырһаҡ һәм башҡа аҙыҡ түлек күңел йылыһы менән әҙерләнгән.
Яугирҙар көндәлеген хәстәрләгән ирекмәндәр ауыл халҡына рәхмәтле. Уртаҡ көс менән йыйылған аҡсаға улар ризыҡтарҙы бешереү өсөн продукция һатып ала. Бынан тыш, улар ватан һаҡсылары өсөн кейем тегә, ҡышҡылыҡҡа йылы бейәләй, ойоҡбаштар бәйләй, маскировка селтәрҙәре үрә.
Алғы һыҙыҡтағы ватан һаҡсылары өсөн гуманитар ярҙамды ҡатын-ҡыҙҙар ялға ҡайтҡан яугирҙар аша оҙата. Ирекмәндәр изге эште артабан дауам итергә ниәтләй, сөнки ныҡлы тыл булғанда еңеү ҙә яҡынаясаҡ тигән ышаныста улар .
Флорида Ким