Өфөлә «Шень Ко: ғилми-техник эштәр донъяһы» ғилми-популяр туры асылды

Яңы асыштарға сәйәхәт. Фән һәм технологиялар ун йыллығы башланғыстарын тормошҡа ашырыу буйынса Евразия ғилми-мәғариф үҙәге ғалимдары Башҡортостандың ғилми һәм туристик мөмкинлектәрен асҡан туғыҙ эскурсия маршруты төҙөгән. Гуманитар, химия, биология-медицина, IT, физика-математика - һәр береһе бер йүнәлешкә арналған. «Шень Ко: ғилми-техник эштәр донъяһы» тип исемләнгән яңы ғилми-популяр тур менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.

Яңыраҡ ҡына был йүнәлештә үҫешә башлауға ҡарамаҫтан, Башҡортостанда булдырылған ғилми-популяр туризм маршруттарынан хәҙер илдең башҡа төбәктәре лә өлгө ала. Евразия ғилми-мәғариф үҙәгенең Халыҡ-ара студенттар кампусында сираттағыһына старт бирелде. Тур программаһына ярашлы, үҫеп килгән быуын Башҡортостандың техник фәндәр өлкәһендә алып барылған тикшеренеүҙәр һәм асыштар күп төрлөлөгө менән таныша ала.

Кампус лабораториялары менән танышҡандан һуң, мәктәп уҡыусылары һәм колледж-техникум студенттары Өфө фән һәм технологиялар университетына юллана. Тәжрибәле экскурсоводтар берләшкән ике юғары уҡыу йортоноң тарихы менән таныштыра. Авиация двигателдәре музейына сәйәхәт тә ойошторола. «Формула студент» конструктор бюроһы лабораторияһы ла йәш быуын да ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.

Йәш быуын экскурсия барышында техник фәндәр менән яҡындан таныша. Өфө дәүләт нефть техник университетында ҡара алтындың нисек сығарылыуы, күләмле төҙөлөш проекттары, инжиниринг тураһында аңлатһалар, маршрут буйынса Башҡорт дәүләт аграр университетында ла мауыҡтырғыс экскурсия үтә. Уҡыусылар һәм студенттар төрлө лаборатория эшмәкәрлеге менән танышҡандан һуң, ауыл хужалығы техникаһы экспонаттарын да ҡарай.

Гөлназ Хәйбуллина