Ауылдағы иң яҡшы уҡытыусыға - 690 мең һум

Башҡортостан башлығы гранты йәмғеһе 150 педагогҡа тапшырыласаҡ. Тик уларҙың ауыл мәктәбендә эшләүе шарт. Конкурс уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү һәм уларға матди ярҙам күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Еңеүселәрҙең берәүһе Кушнаренко гимназияһында эшләй. Ирина Тяптина педагогик хеҙмәткә 16 йыл ғүмерен арнаған. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғилметдинова яҙмаһында.

Уның дәрестәре һәр саҡ күңелле үтә. Башланғыс кластарҙы уҡытҡан Ирина Фәнис ҡыҙы белем биреү процесын уйынға ҡорорға тырыша. Беренсе класҡа килеүселәрҙе уҡытыу, тәртипкә өйрәтеү еңелдән түгел.

Ҡалып һымаҡ яңғыраһа ла, уҡытыусы булыу - Ирина Тяптинаның бала саҡ хыялы. Уның әсәһе лә ғүмеренең күп өлөшөн педагогикаға арнаған. «Әсәйемдең дәфтәр тикшергәнен ҡарарға ярата инем», - тип хәтирәһе менән бүлешә уҡытыусы. Дәрестәрҙе ул оҫта үткәрә, һәр балаға айырым иғтибар бүлеп өлгөрә. Ни тиһәң дә, тәжрибәһе 15 йылдан ашыу.

Ирина Тяптинаны уҡыусылар ғына түгел, уларҙың ата-әсәләре лә ярата.

Грант конкурсында уҡытыусы декрет ялында булғанда еңеү яулай. Уның шәхси сайты һәм балаларға патриотик белем биреү проекты иң яҡшыларҙың береһе тип таныла. Юғары ҡаҙаныштары өсөн Башҡортостан башлығы 650 мең һумлыҡ грант тапшырған. Аҡсаны ниндәй маҡсатҡа йүнәлтерен әле ул билдәләмәгән.

Рәзилә Ғилметдинова