Илтуған ауылындағы ябылған мәктәп бинаһында Ҡырмыҫҡалы районының тарихи- крайҙы өйрәнеү музейы эшләй башланы. Йыл башында үҙ ишектәрен асҡан музейҙа Өфөнөң һуҡыр һәм насар күргән уҡыусылар өсөн 28-се коррекция мәктәп-интернаты уҡыусылары булды.
Йыл башында ғына асылған музейҙың этнография залы экспонаттар менән тулы. Һуҡыр һәм насар күреүсе балаларға тарихи ҡомартҡыларҙы тотоп ҡарау рөхсәт ителә. Бында ағастан яһалған уйынсыҡ ат, сабата, тимер үлсәү һәм бик күп элекке әйберҙәр халҡыбыҙҙың көнитмешен күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итә.
Совет заманындағы өй йыһаздары, телевизор, радио һәм башҡа уҙған быуат әйберҙәре менән биҙәлгән бүлмә ваҡыт машинаһылай үткәндәргә алып ҡайта. Уҡыусылар үҙҙәрен бында олатай-өләсәйҙәренең өйҙәренә ҡайтҡандай хис итә.
Музейҙа Ҡырмыҫҡалы ерендә тыуып үҫеп тырыш хеҙмәте менән дан ҡаҙанған шәхестәр тураһында мәғлүмәттәр менән танышырға мөмкин.
Махсус хәрби операцияға бағышланған залда яуҙа һәләк булған хәрбиҙәрҙең фотоһүрәттәренән, шәхси әйберҙәренән экспозиция тупланған.
Уҡыусылар Шайморатов ауылында генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа ҡуйылған һәйкәлдә лә булды. Комдивтың шанлы юлы тураһында балаларға экскурсия үткәреүсе Валадимир Корчев һөйләне.
Балалар иҫтәлекле урында Шайморатов тураһындағы йырҙы йырлап иҫтәлеккә фотоға төштө.
Рәмилә Исмәғилева