Президент Владимир Путин армияны 180 мең кешегә арттырҙы

1 декабрҙән Ҡораллы көстәрҙә 2 миллион 389 мең хәрби хеҙмәт итергә тейеш. Милли армияны һуңғы тапҡыр 9 ай элек нығыттылар. Ул ваҡытта 170 мең һалдат өҫтәлде. Был милли именлеккә хәүеф янауы менән аңлатылды. Оборона министрлығынан белдереүҙәренсә, кешеләрҙе ҡабул итеү бер нисә этаптан торасаҡ. Армияға килешеү буйынса хеҙмәт итеүселәрҙе алыу ҡарала.