Башҡортостанда йылытыу миҙгеленә әҙерлек дауам итә

Республика торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан белдереүҙәренсә, Белорет ҡалаһынан башҡа бөтә район һәм ҡалалар ҙа әҙерлек паспортын тапшырған. Белоретта йылылыҡ селтәрҙәрен капиталь ремонтлау аҙна аҙағында тамамланырға тейеш. Быйыл коммуналь инфраструктураны яңыртыу өсөн федераль үҙәктән 10 миллиард һум аҡса килгән. Милли проекттарға ярашлы республиканың 8 районында йылылыҡ системаһы яңыртылған. Тәтешле районы Үрге Тәтешле ауылында һыу менән тәьмин итеү системаһы төҙөлгән.