Республикала юғалған кешеләр арта

Үткән аҙнала ошондай 9 осраҡ теркәлгән. Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итәләр. Белгестәр тәбиғәткә сыҡҡан кешеләрҙе иғтибарлы булырға саҡыра. Маршрутты алдан билдәләү, сәфәргә юлланыу хаҡында туғандарҙы һәм яҡындарҙы иҫкәртеү мөһим. Шулай уҡ һауа шарттарын иҫәпкә алырға кәрәк. Мобиль телефондың заряды тулы булырға тейеш. Берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәтенең телефоны: 112.