Республика халҡы 7 миллиард һумға яҡын һалым түләргә тейеш

Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2023 йыл өсөн мөлкәт һалымына ошондай сумма ҡаралған. Уға күсемһеҙ милек һәм ер өсөн һалымдар инә. Һалым белдереүҙәре 1 миллион 800 мең кешегә ебәрелә. Бөгөн шулай уҡ һалым буйынса бурыстарҙы ҡаплатыу эше алып барыла. Һалымды ваҡытында түләмәүселәр дәүләткә 1 миллиард ярым һумға яҡын аҡса бирергә тейеш.