Был тема бөгөн ҡала хакимиәтендә кәңәшмәлә ҡаралды. 11 октябрҙә төп саралар Дуҫлыҡ монументына сәскә һалыуҙған башлана. Рус драма театры янындағы майҙанда концерт була. "Аҡбуҙат" ипподромында ат сабыштары, Урмансылар паркында скандинав йөрөшө буйынса ярыштар, "Ҡашҡаҙан" паркында еңел атлетика кросы ойошторола. Республика көнө алдынан тирә-яҡты тәртипкә килтереү эштәре бара. Байрам көндәрендә ҡалала тәртип һаҡсылары, ҡотҡарыусылар, янғын һағы хеҙмәткәрҙәре көсәйтелгән тәртиптә эшләй.