Һуңғы йылдарҙа бында күп эш башҡарылған. Ил президентының халыҡ-ара мәҙәни хеҙмәттәшлек буйынса махсус вәкиле Михаил Швыдкой шулай тип белдерҙе. Бөгөн Радий Хәбиров, Әзербайжандың Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Полад Бюль-Бюль Оглы, Рәсәй президенты вәкиле Михаил Швыдкой, Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренең ижади һәм фәнни интеллигенция форумында ҡатнашыусылар Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатов һәйкәленә сәскә һалды. Өфөлә бындай форум тәүге тапҡыр уҙғарыла. Әлегә тиклем уны Мәскәү ҡабул итте. Форумда фән, мәғариф, мәҙәниәт, туризм, спорт, йәштәр сәйәсәте һәм башҡа өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек мәсьәләләре ҡарала.