“Тамырҙар һәм тарихыбыҙ уртаҡ”

Бөгөн Өфөлә ижади һәм фәнни интеллигенция форумы башланды. Унда Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренән вәкилдәр ҡатнаша. Бөгөн эшлекле йыйында ҡатнашыусыларҙы республика башлығы Радий Хәбиров сәләмләне. “Был форум халыҡ ара дуҫлыҡты нығытыу, бәйләнештәрҙе киңәйтеү маҡсатында үткәрелә”, - тине ул.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Форум иртәгә лә дауам итә. Уның барышында халыҡ-ара күргәҙмә менән танышырға була. Шулай уҡ “Тамға” конкурсы еңеүселәре асыҡлана.