Башҡортостанда электричкалар 3 миллион 400 мең пассажирҙы хеҙмәтләндергән

Был уҙған йылдың ғинуар-август айҙары менән сағыштырғанда 21 процентҡа күберәк, тип  хәбәр итәләр Республика ҡала яны пассажирҙар компанияһынан. Өфө  агломерацияһында  электр поездар һаны 46-ға  еткерелгән. 6 вагонлы "Ҡарлуғас" поезы 16 маршрут буйлап йөрөй. Августа республика тимер юлынан шулай уҡ биш вагонлы "Финист" йөрөй башланы.