Өфөлә өс үҫмер миллион һумға яҡын аҡса урлаған

Тәфтиш мәғлүмәттәре буйынса  был хәл июлдә  булған. Үҫмерҙәр  береһенең туғаны йыйған аҡсаны урлау тураһында килешкән. План әҙерләгәндәр. Бер үҫмер тирә-яҡты  күҙәткән, икәүһе фатирға үтеп инеп сейфты  асып, 945 мең һум аҡса алып сыҡҡан.  Балалар  был суммының бер өлөшөн тотоноп өлгөргән, полиция тотҡандан һуң 500 мең һумды ҡайтарғандар. Енәйәт эше суд ҡарауына тапшырылған, тип хәбәр итәләр прокуратуранан.