"Башҡорт ихаталары" программаһы өсөн алты йылда 6 миллиард ярым һум бүленгән

Ул 2019 йылдан ғәмәлгә  ашырыла. Ошо ваҡыт эсендә 1 мең 326 биләмә төҙөкләндерелгән. Проект ғәмәлгә ашырылған биләмәләр янындағы йорттарҙа 400 мең кеше йәшәй.  Быйыл "Башҡорт ихаталары"на миллиард һум бүленгән. - Төҙөкләндереү барышында халыҡ фекере иҫәпкә алына, - тине Республика  Башлығы  Радий  Хәбиров.