Радий Хәбиров Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалыуҙа ҡатнашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе вәкилдәре менән бергә Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалыуҙа ҡатнашты.

Совет майҙанында уҙған тантанала Әзербайжан республикаһының Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Полад Бюльбюл оглы, Рәсәй Президентының халыҡ-ара мәҙәни хеҙмәттәшлек буйынса махсус вәкиле, Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһенең дәүләт-ара гуманитар хеҙмәттәшлек фонды идараһы рәйестәше Михаил Швыдкой һәм Беларуссия, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Тажиҡстан делегациялары етәкселәре булды. Улар Өфөлә Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренең ижади һәм ғилми интеллегенцияһының 17-се форумында ҡатнаша.