Баймаҡ районында профилле белем биреү учреждениеһы эшләй башлауы тураһында социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы хәбәр иткән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала полилингваль белем усаҡтары Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Сибай, Учалы ҡалаларында, Мишкә һәм Хәйбулла райондарында уңышлы эшләй. Балалар баҡсаһы менән берлектә ошондай уҡ мәктәп Әбйәлил районы Асҡар ауылында ла төҙөлә. Планда - Бишбүләк һәм Яңы Тәтешле ауылдарында ла ошондай уҡ мәктәптәр булдырыу. Әле унда полилингваль кластар асылған. Башҡортостанда полилингваль белем биреүҙе үҫтереү 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән.