Өфөлә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт идаралығы белгестәренә яңы автомобилдәр тапшырылды

Башҡортостан эске эштәр министры Александр Прядко инспекторҙарға 60 машина асҡысын бүләк итте. «Хавал» автомобилдәре оператив ярҙам күрһәтеү, юл-транспорт ваҡиғалары урынына барып етеү, патруль эше алып барыу һәм башҡа маҡсаттарҙа файҙаланыласаҡ. Яңы транспорт саралары «Хәүефле һәм сифатлы автомобиль юлдары « проекты буйынса һатып алынған. Федераль программа сиктәрендә республикаға тағы ла бер партия машиналар тапшырыласаҡ.