Өфөлә «Тамға» Халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы үтте

Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренең ижади һәм ғилми интеллигенцияһы форумында ҡатнашыусылар «Тамға» Халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы финалын да күҙәтте. Төньяҡ-көнбайыш, төньяҡ-көнсығыш, көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш башҡорттарының традицион кейемдәре халыҡ иғтибарына тәҡдим ителде.

Баһалама комиссия ағзалары билдәләүенсә, һәр экспонат - Башҡортостандың бай мәҙәни мираҫы өлгөһө. Конкурста ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр һәм балалар милли кейеменән тыш, биҙәүестәр, аксессуарҙарға реконструкция буйынса айырым номинация булдырылғайны. Этно-дефилела «Ағиҙел» башҡорт художество кәсептәре предприятиеһы, Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең алдынғы дизайнерҙары ла үҙ коллекцияларын тәҡдим итте. «Мәргән уҡсы» хәрәкәте сығыштары күрһәтелде