Ил парламентының пленар ултырышы үтте. Спикер Вячеслав Володин белдереүенсә, президенттың федераль йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһе үтәлеше, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам, бюджет, торлаҡ-коммуналь хужалыҡты яңыртыу, дәүләт программалары үтәлешендә парламент контролен камиллаштырыу, мәҙәниәтте, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау, миграция ҡануниәтен яҡшыртыу буйынса эш алып барырға кәрәк. Башҡортостан депутаттары ла көҙгө сессияны башланы. Бөгөн республика парламенты пленар ултырышҡа йыйылды.