Вәхит Вәлиев Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән, тип хәбәр итә Благовещен район хакимиәте башлығы Анна Карабанова. - Вәхит Вәлиев ғаиләһендә 29 бала тәрбиәләнә. 2021 йылда ғаилә "Ата-әсәлек даны" наградаһына лайыҡ булған. Ғаилә башлығына 57 йәш, тип яҙа Анна Карабанова. Вәхит Вәлиев "Ситтә ҡала алманым. Ике улыбыҙ шулай уҡ махсус хәрби операцияла. Тыуған илебеҙ, балаларым, ҡатынымды һаҡлау өсөн юлланы. Әйләнеп ҡайтырға вәғәҙә бирәм", - тигән. Башҡортостанда Оборона министрлығы менән контракт төҙөүселәргә бер тапҡыр 1 миллион 205 мең һум бирелә.